+22 °С
Ямғыр


Башҡортостандың Федоровка районында 11 мең баш һыйыр малы менән заманса малсылыҡ комплексы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бюджеты 870,76 миллион һумға баһаланған «Федоровка башҡорт лимузины» проекты республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлыҡтарының өҫтөнлөклө исемлегенә индерелгән. Буласаҡ предприятие продукцияһын Мәләүез ит комбинатына тапшырыу планлаштырыла. Бының өсөн 65 яңы эш урыны булдырыласаҡ.