Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
1 Май 2022, 09:49

Сәлихта ҙур тантана

 Ыҡсым ғына Сәлих ауылы борондан үҙенең төҙөклөгө, күркәмлеге менән айырылып тора. Сөнки бында тик эшһөйәр, берҙәм, илһөйәр рухлы халыҡ йәшәй.  Кисә “Айыҡ ауыл – 2021” бәйгеһе сиктәрендә уҙған матур саралар быға йәнә лә асыҡ миҫал булып торҙо.  Төбәктең ҡап үҙәгендә Еңеү һәм “Наҡаҫ” ял итеү паркы асылды. “Атайсал” проекты сиктәрендә изге яуҙа ҡатнашҡан ил батырҙары иҫтәлегенә мемориаль таҡта, ғашиҡтар эскәмйәһе, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса ҡуйылған балалар уйын майҙансығы... – барыһы ла халыҡтың һәм йыраҡ араларҙы яҡынайтып килгән ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итте.

Сәлихта ҙур тантана
Сәлихта ҙур тантана

 Йөкмәткеле сарала Рәсәй федерацияһы һәм Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, Ҡоролтайҙың Президиум ағзаһы, “Айыҡ ауыл” проекты координаторы Сәлиә Мырҙабаева; күренекле шашкасы, күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы Тамара Таңһыҡҡужина кеүек хөрмәтле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы уның бәҫен арттырҙы. Улар һәм район етәксеһе Азамат Сәйфуллин сәлихтарҙы “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең муниципаль этабында еңеүҙәре һәм эстетик зауыҡ менән эшләнгән парк асылыу уңайынан ихлас тәбрикләне. Мемориаль таҡта эргәһендә исемле ағас ултыртты, иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Сәлихтар ҙа парк төҙөү эштәрендә берҙәм ҡатнашҡан ауыл уңғандарына, эшкә әйҙәп, кешеләрҙе дәртләндерә белеүсе Исем ауыл биләмәһе башлығы Юлиә Хреноваға, район етәкселегенә, уларҙы ҙурлап килеүсе хәрмәтле ҡунаҡтарға оло рәхмәтен еткерергә онотманы.

 Тантаналы өлөштән һуң урындағы халыҡ та, ҡунаҡтар ҙа Бәйембәт яланына йүнәлде.  

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: