Бөгөн бөтә Башҡортостан халҡы, шул иҫәптән күгәрсендәр, башҡорт теленән диктант яҙҙы. Онлайн һәм офлайн уҙған сарала бәләкәй балаларҙан алып, өлкән йәштәге инәй-бабайҙарға тиклем әүҙем ҡушылды.
Мораҡ башҡорт гимназияһы ғәҙәттәгесә ҙур әүҙемлек күрһәтте. Мәктәп директоры, башланғыс кластар, башҡорт теле һәм һәм башҡа фән уҡытыусылары, уҡыусылар, ситтән килеүселәр ҡулдарына ҡәләм алып, мәктәп партаһы артына ултырҙы.
Диктант ике төркөмгә айырым уҙғарылды. Текстарҙы Әхнәф Харис улы Юлдашев һәм Руфина Юлай ҡыҙы Азаматова уҡыны.