Мораҙым
-4 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
3 Марта 2022, 10:38

Яҡты тәьҫораттар алып

 Сәлих ауылы кешеләренең әүҙемлеге, таһыллығы хаҡында хәҙер бар район халҡы хәбәрҙарҙыр... Спортта, эштә һынатмаған, берҙәмлеге менән ғәжәпләндергән сәлихтар бөгөн “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә район үҙәгенә Күгәрсен тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына, үҙәк китапханаға сәйәхәт ҡылды. - Халҡыбыҙҙың данлы үткәнен яҡтыртҡан, мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлаған музейҙа илебеҙ һәм район тарихы буйынса белемде, бала саҡ һәм йәшлек хәтирәләрен яңырттыҡ... – тип, яҡты тәьҫораттары менән уртаҡлашты улар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡты тәьҫораттар алыпЯҡты тәьҫораттар алып
Яҡты тәьҫораттар алып

 Үткән йылда ғына асылған яңы быуын китапханаһына ҡайһы берәүҙәренең тәүгә килеүе лә билдәле.

 Шуныһы ҡыуаныслы - теләге булғандарға ыҡсым ғына Мораҡ ауылына ла фәһемле сәйәхәт ойоштороп, мәҙәни, рухи яҡтан үҫеш, күңел күтәренкелеге алыу мөмкинлеге бар. Донъя мәшәҡәттәренән өҫтөн була белгән сәлихтарҙан был тәңгәлдә ысынлап өлгө алырлыҡ.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас