

Федераль программа нигеҙендә Хәйбулла районының Өфө ауылындағы стадион биләмәһендә балаларға юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтеүсе автоҡаласыҡ барлыҡҡа килгән. Ул әлегә районда берҙән-бер һанала. Уның өсөн 600 мең һумлыҡ ҡорамал һатып алынған. Балаларға юл ҡағиҙәләрен, билдәләрен танырға өйрәткән ҡаласыҡта I - V класс балалары бик теләп шөғөлләнә, уларҙың һаны 120-гә еткән.
Уйын формаһында юлда хәүефһеҙ йөрөүҙе төшөндөргән махсус автоҡаласыҡҡа райондың башҡа мәктәптәренән дә уҡыусылар килә. Бында шулай уҡ уҡытыусылар һәм класс етәкселәре юл ҡағиҙәләре тураһында төрлө ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә, йәнә урамда, автомобиль һәм йәйәүлеләр юлында тыуған төрлө юл ваҡиғаларын тикшерәләр, юл билдәләре менән танышалар.