Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
11 Ғинуар , 08:30

Үҙ фатирың булыу – ҙур бәхет!

Яңы йыл алдынан Хәйбулла районынан Даян Таһиров менән Александр Плеханов торлаҡлы булды.

Үҙ фатирың булыу – ҙур бәхет!

Хәйбулла районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект "Жилье и городская среда", "Формирование комфортной городской среды"), районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике егеткә фатир асҡыстары тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Александр менән Даянға, районда эшкә урынлашып, ғаилә ҡороп, бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатирҙа бәхетле, имен тормошта йәшәүҙәрен теләне.

Былтыр район биләмәһендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 11 балаға фатир асҡыстары тапшырылған. Һуңғы 10 йылда район буйынса бөтәһе 123 етем бала фатирлы булыу ҡыуанысын кисергән.

Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.

 

Автор: