

Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә уҙғарылған сарала туризм өлкәһенә ҡағылған инвестиция проекты ҡаралды. Күсмә кәңәшмә “Марал алпауыт ере” (“Мараловое поместье”) күңел асыу-һауыҡтырыу комплексының икенсе сират ҡунаҡхана бүлмәләрен ҡулланыуға тапшырыуға арналды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙар менән бер рәттән яңы эш башлаусылар ҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша яҙылырға кәрәк.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан