Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
9 Ғинуар , 04:55

Йәштәр юғары технологиялы ҡорамалдарҙа эшләргә өйрәнә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында оҫтаханалар асыу марафонын дауам иттеләр. “Йәш профессионалдар” милли чемпионатынан “мираҫ” итеп ҡалдырылған был объекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған ”Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы йыһазландырылған. “Веб-дизайн һәм асыш”, шулай уҡ “Бизнес өсөн программалы ҡарар” йүнәлештәре буйынса ике оҫтахананы Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин, Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов, Учалы тау сәнәғәте колледжы директоры Дмитрий Абдрахманов асты. Бындай заманса оҫтаханаларҙың маҡсаты – ҡаланың төп предприятиеһы өсөн бик кәрәкле, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү. Йәштәр юғары технологиялы ҡорамалдарҙа эшләргә өйрәнә. Әйткәндәй, был ҡорамалдарҙы башҡа белем биреү ойошмалары ла селтәр аша бәйләнеш ярҙамында файҙаланасаҡ, улар шулай уҡ WorldSkills стандаты буйынса яңы форматта дәүләт аттестацияһы үткәреүгә лә йәлеп ителәсәк. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: https://vk.com/wall-89512719_3101?z=photo Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/202938 Автор:Лилия Давлетбакова

Йәштәр юғары технологиялы ҡорамалдарҙа эшләргә өйрәнә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында оҫтаханалар асыу марафонын дауам иттеләр. “Йәш профессионалдар” милли чемпионатынан “мираҫ” итеп ҡалдырылған был объекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған ”Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы йыһазландырылған.

“Веб-дизайн һәм асыш”, шулай уҡ “Бизнес өсөн программалы ҡарар” йүнәлештәре буйынса ике оҫтахананы Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин, Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов, Учалы тау сәнәғәте колледжы директоры Дмитрий Абдрахманов асты.

Бындай заманса оҫтаханаларҙың маҡсаты – ҡаланың төп предприятиеһы өсөн бик кәрәкле, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү. Йәштәр юғары технологиялы ҡорамалдарҙа эшләргә өйрәнә. Әйткәндәй, был ҡорамалдарҙы башҡа белем биреү ойошмалары ла селтәр аша бәйләнеш ярҙамында файҙаланасаҡ, улар шулай уҡ WorldSkills стандаты буйынса яңы форматта дәүләт аттестацияһы үткәреүгә лә йәлеп ителәсәк.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://vk.com/wall-89512719_3101?z=photo

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/202938

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор: