Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
9 Ғинуар , 08:20

Медицина учреждениеһы асылды

Баймаҡ районының Басай ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Медицина учреждениеһы асылды

 Басай халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы ауылда яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлитов, ауыл халҡы ҡатнашты. Фәнис Ғәбдрәшит улы билдәләүенсә, был объект "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты ярҙамында Башҡортостан Башлығының хәстәрлеге менән асыла. Былтыр  районда дүрт ФАП асылһа, быйыл - икәү. Киләһе йылда йән биш фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото һәм сығанаҡ: А.Мөхәмәтшин.

Автор: