Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
9 Ғинуар , 08:20

Быуа эргәһе үҙгәрәсәк

Башҡортостандағы Үрге Тәтешле ауылында төҙөкләндереү программаһы буйынса быуа төҙөйҙәр.

Быуа эргәһе үҙгәрәсәк

Башҡортостандағы Үрге Тәтешле ауылында төҙөкләндереү программаһы буйынса быуа төҙөйҙәр.

Быйыл Тәтешле районындағы Бармыш йылғаһындағы быуа эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү башланған һәм 2022 йылда тамамланыр тип көтөлә. Проект хаҡы 9,1 миллион һум тәшкил итә. Уға ярашлы, быуаға инеү юлы һәм туҡталҡалар, һыу ятҡылығы, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, периметры буйлап тротуар, пляж зонаһын төҙөкләндереү ҡаралған.

Яр буйында, айырым алғанда, 17 пляж зонаһы, ике сауҙа комплексы һәм өс беседка ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, биш катамаран һәм янғын машинаһы өсөн урын булдырмаҡсылар. Ял зонаһында бына тигән фонтандар ҙа барлыҡҡа киләсәк.

Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы сиктәрендә үткәреләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары ярҙамында барлыҡҡа килгән милли проект 2024 йылға ҡала мөхите сифатын 30 процентҡа артырыуҙы күҙ алдында тота.

Фото: msg24.city

 

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:А. Низамова
Автор: