Мораҙым
0 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Января 2022, 03:20

Яңы аппарат алынды

Туймазы үҙәк район дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы өр-яңы эндоскопик комплекс алынды. Яңы медицина ҡорамалының составына гостроскоп та керә, ул ашҡаҙан-эсәк трактын тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Яңы медицина ҡорамалы Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса алынған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы аппарат алындыЯңы аппарат алынды
Яңы аппарат алынды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:К. Усманова
Автор:
Читайте нас