Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Ғинуар , 08:00

Милли проекттар һәм “Алға” зонаһы нисек үҫтерелә?

Илшат Тажетдинов милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төп йомғаҡтары менән таныштырҙы.

Милли проекттар һәм “Алға” зонаһы нисек үҫтерелә?

Башҡортостан Хөкүмәтенең йомғаҡлау ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов 2021 йылда “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары һәм 2022 йылға бурыстар тураһында сығыш яһаны.

Ул 2021 йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төп йомғаҡтары менән таныштырҙы.

«Демография» милли проекты буйынса 67 меңдән ашыу ғаилә сабыйҙары тыуыуға бәйле айлыҡ түләү алған. Һаулыҡ һаҡлауҙа республика онкология диспансеры, шулай уҡ онкология бүлектәре һәм ҡан тамырҙары үҙәктәре өсөн 44 берәмек ҡорамал һатып алынған, Өфө ҡалаһындағы 32-се поликлиникала, Мәсәғүт һәм Бөрө үҙәк район, Салауат һәм Сибай ҡала дауаханаларында биш онкологик амбулатор ярҙам үҙәге асылған.

Мәғариф өлкәһендә – 207 ”Үҫеш нөктәһе”, «Кванториум» технопаркы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында Балаларға һанлы белем биреү үҙәге асылған. Алты урта һөнәри белем биреү учреждениеһында заманса матди-техник база менән йыһазландырылған 24 оҫтахана ойошторолған. Ә мәҙәниәт өлкәһендә 16 мәҙәниәт учреждениеһы реновацияланған.

Инфраструктура милли проекттары буйынса, 146 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, шулай уҡ 317 километрҙан ашыу автомобиль юлы ремонтланған, 2,65 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, авария хәлендәге 22 мең квадрат метр торлаҡтан халыҡ икенсе ергә күсерелгән.

Иҡтисади үҫеште тәьмин итеү маҡсатында Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында эшҡыуарҙар өсөн өҫтәмә рәүештә өс “Минең бизнесым” үҙәге асылған, 123 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты экспортҡа сығарылған, социаль әһәмиәтле 1164 объект интернет селтәренә тоташтырылған, тағы ла 20 предприятие хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп ителгән.

Илшат Тажетдинов йәнә “Алға” махсус иҡтисади зонаһының эшмәкәрлек йомғаҡтарын телгә алды. Был зонала 10 резидент теркәлгән. Проекттар буйынса 1678 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү буйынса юл картаһы сараларын үтәү барышын ҡәтғи контролдә тоторға ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Автор: