Мораҙым
+20 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Января 2022, 03:10

12 предприятие 20 миллион һум алды

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында (национальный проект “Производительность труда и содействие занятости”) ҡатнашҡан предприятиелар 20 миллион һум субсидия алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
12 предприятие 20 миллион һум алды12 предприятие 20 миллион һум алды
12 предприятие 20 миллион һум алды

– Субсидия 12 предприятиеға тапшырылды. Аҡса производствоны яңыртыу һәм киңәйтеү өсөн тәғәйенләнә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәлелеген байтаҡҡа арттырыуға, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә өлгәшә. Беҙ уларға был субсидияны етештереүҙе камиллаштырыу өсөн бирҙек, уның ярҙамында предприятиелар һатып алынған ҡорамалдарға сығымдың бер өлөшөн ҡаплаясаҡ, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Түләүҙең күләме тотонолған һәм документ менән раҫланған сығымдарҙың иң күбе 30 процентын тәшкил итергә, шул уҡ ваҡытта биш миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/202802

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/202802

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:
Читайте нас