Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
7 Ғинуар , 08:00

Өй туйланылар

Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә Яңы йыл алдынан етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шулай уҡ ҡаты хроник сирлеләргә фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булды, дүрт кеше торлаҡ алып ҡыуанды. “Һәр ҡайһығыҙ ауыр хәлдә ҡалып, яҡындарын юғалтҡан. Ләкин дәүләт һеҙгә терәк булды, яңғыҙ ҡалдырманы. Бөгөндән башлап йорттарығыҙ йылы һәм ҡотло булһын. Иң изге теләктәрегеҙ, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, өйөгөҙҙә балаларҙың шат тауыштары яңғыраһын, бәлә-ҡаза урап үтһен, “ – тине район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов. Бөрйән районы прокуроры Филүс Ғәйетҡолов та өй туйлаусыларҙы шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы. Шәхси эшҡыуар Илүзә Иҫәнгилдина уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район Мәҙәниәт һарайы артистарының сығышы байрамға йәм өҫтәне. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: burzyan.bashkortostan.ru/presscenter/news/420603/ Автор:Лилия Давлетбакова

Өй туйланылар

Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә Яңы йыл алдынан етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шулай уҡ ҡаты хроник сирлеләргә фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булды, дүрт кеше торлаҡ алып ҡыуанды.

“Һәр ҡайһығыҙ ауыр хәлдә ҡалып, яҡындарын юғалтҡан. Ләкин дәүләт һеҙгә терәк булды, яңғыҙ ҡалдырманы. Бөгөндән башлап йорттарығыҙ йылы һәм ҡотло булһын. Иң изге теләктәрегеҙ, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, өйөгөҙҙә балаларҙың шат тауыштары яңғыраһын, бәлә-ҡаза урап үтһен, “ – тине район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.

Бөрйән районы прокуроры Филүс Ғәйетҡолов та өй туйлаусыларҙы шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы. Шәхси эшҡыуар Илүзә Иҫәнгилдина уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район Мәҙәниәт һарайы артистарының сығышы байрамға йәм өҫтәне.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: burzyan.bashkortostan.ru/presscenter/news/420603/

Автор:Лилия Давлетбакова

Автор: