Мораҙым
+6 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
7 Января 2022, 03:00

Бер йылда 48 проект ҡаралған

Хәйбулла районында үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә йыл буйына бөтәһе 48 проект тәҡдим ителгән, уларҙың дөйөм хаҡы 157 миллион һум тәшкил иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер йылда 48 проект ҡаралғанБер йылда 48 проект ҡаралған
Бер йылда 48 проект ҡаралған

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында һуңғы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үткән һәм был турала район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙа.

Нацпроекты #региональныепроекты# регпроекты# нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас