Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
6 Ғинуар , 08:20

Яңауылдар сәләмәт тормош яҡлы

Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып унда 500-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән.

Яңауылдар сәләмәт тормош яҡлы

Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдан районда “Спорт ҡалаһы: Яңауыл” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проектының физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу йәһәтенән айырым маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеүгә йүнәлтелә.

Проектты тормошҡа ашырыу буйынса бөтә эшкә “Йәшлек” муниципаль автономиялы физкультура һәм спорт учреждениеһының йәш квалификациялы тренеры Илдар Йосопов һәм уның ҡатыны Ленара етәкселек итә. “Спорт ҡалаһы: Яңауыл” сәләмәт тормош алып барған кешеләрҙе ҙур спорт ғаиләһенә берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Проектҡа ярашлы, лекциялар, психолог менән осрашыуҙар, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре һәм челлендждар ойошторола.

Әйткәндәй, “Спорт ҡалаһы: Яңауыл» йәштәр проекты “Open Chechnya-2021” Бөтә Рәсәй спорт-туристик фестивале еңеүселәре иҫәбенә инде һәм 300 мең һум күләмендәге грант ярҙамына лайыҡ булды. Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып унда 500-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/420858/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор: