Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
6 Ғинуар , 08:00

Һәр кем өсөн ишектәр асыҡ

Рәсәй Федерацияһында ил башлығының май указы менән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.  Башҡортостан етәкселеге лә демография йүнәлешенә айырыуса етди иғтибар бүлә, төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Демография” милли проекты сиктәрендә “Сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарҙы Башҡортостанға ирекле күсереүгә ярҙам итеү” тип аталған программа бик уңышлы эшләй. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников әйтеүенсә, ошо программаны тормошҡа ашырыу йыл һайын 60 белгесте һәм уларҙың 120 ғаилә ағзаһын республикабыҙға күсерергә мөмкинлек бирергә тейеш. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә был йәһәттән семинар-кәңәшмә уҙғарылды. Унда Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларының, Ауырғазы, Стәрлебаш райондарының хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.

Һәр кем өсөн ишектәр асыҡ

Рәсәй Федерацияһында ил башлығының май указы менән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә демография йүнәлешенә айырыуса етди иғтибар бүлә, төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Демография” милли проекты сиктәрендә “Сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарҙы Башҡортостанға ирекле күсереүгә ярҙам итеү” тип аталған программа бик уңышлы эшләй. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников әйтеүенсә, ошо программаны тормошҡа ашырыу йыл һайын 60 белгесте һәм уларҙың 120 ғаилә ағзаһын республикабыҙға күсерергә мөмкинлек бирергә тейеш.

Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә был йәһәттән семинар-кәңәшмә уҙғарылды. Унда Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларының, Ауырғазы, Стәрлебаш райондарының хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.

Автор: