

Проектта ҡатнашыу өсөн уҡыусы үҙенә кәрәкле курсты һайлап, тест һорауҙарына яуап бирергә, ата-әсәһе менән бергә анкета тултырырға һәм белем биреү ойошмаһы менән килешеү төҙөргә тейеш.
Был курстар мәктәп программаһындағы математика һәм информатика фәндәренә өҫтәмә булараҡ ойошторола. Уҡыуҙар 14 йәштән өлкәнерәк уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Курстарҙың дөйөм күләме 144 академик сәғәт тәшкил итә.
2022 йылдан мәктәп уҡыусыларын программалау телдәренә өйрәтеү буйынса проект Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.
Был сара Рәсәй Һанлы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла. Ул “Һанлы иҡтисад” һәм “Мәғариф” (национальный проект “Цифровая экономика”, национальный проект “Образование”) милли проекттары ҡуйған бурыстарҙы үтәүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.
Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru