Мораҙым
+28 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
30 Декабрь 2021, 03:20

Предприятие үҙенең эшенә һаҡсыл етештереү алымдарын индерә

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йомшаҡ полипропилен контейнерҙар етештергән “РиаПласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнаша. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ошондай килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.

Предприятие үҙенең эшенә һаҡсыл етештереү алымдарын индерәПредприятие үҙенең эшенә һаҡсыл етештереү алымдарын индерә
Предприятие үҙенең эшенә һаҡсыл етештереү алымдарын индерә

Әле Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында 130 предприятие ҡатнаша, ә планда йәмғеһе 90 предприятие ҡаралған. Тимәк, милли проектҡа ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү күрһәткесе 40 процентҡа тиерлек арттырып үтәлгән. Килешеүгә ярашлы, предприятие үҙенең эшенә түләүһеҙ нигеҙҙә һаҡсыл етештереү алымдарын индереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бынан тыш, ул етештереү ҡеүәтен арттырыу өсөн дәүләт ярҙамынан да файҙалана аласаҡ.

Әйткәндәй, “РиаПласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 300-3000 килограмм ауырлыҡтағы йөккә иҫәпләнгән йомшаҡ контейнерҙар, формаһын юғалтмай торған төргәктәр һәм башҡа продукция сығара.  

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: tuimazy.bashkortostan.ru/presscenter/news/418562

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:
Читайте нас