Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
29 Декабрь 2021, 03:20

Райондың өс ауылы халҡын да шатлыҡ көтә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) тармаҡтың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы буйынса быйыл Илеш районында өс модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты монтажланды. Был төҙөлөштәргә федераль ҡаҙнанан 10 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелде. Тимәк, райондың өс ауылы халҡын шатлыҡ көтә. Был медицина учреждениелары  Айыу, Марин һәм Үрге Юлдаш ауылдарында эшләй башлаясаҡ. “Барыһы ла заман талаптарына ярашлы төҙөлә, тейешле медицина ярҙамы алыу өсөн  бөтә уңайлы шарттар булдырыласаҡ, хеҙмәт урындары ла яҡшы,” – тип билдәләне Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рәзидә Ғатауллина. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн ҡорамалдар һәм дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ биләмәһен дә төҙөкләндереү планлаштырыла.

Райондың өс ауылы халҡын да шатлыҡ көтә.Райондың өс ауылы халҡын да шатлыҡ көтә.
Райондың өс ауылы халҡын да шатлыҡ көтә.
Автор:
Читайте нас