

өгөн төбәктең хеҙмәт баҙарында төҙөлөш, йәмәғәт туҡланыуы һәм сауҙа өлкәһендәге белгестәргә ихтыяж ҙур. Сит ил хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһына виза алыуҙы талап иткән тәртиптә һигеҙ илдән – Төркиәнән, Вьетнамдан, Ҡытайҙан, Монголиянан, Индонезиянан, Сербиянан, Филиппиндан һәм Таиландтан йәлеп ителә. Ғаризаларҙы ҡарағанда сит ил эшселәрен йәлеп итеү күләме менән хеҙмәткәрҙәрҙең исемлеген сағыштырыу, квалификацияның билдәле бер кимәлен күҙ уңында тотҡан һөнәрҙәр буйынса хеҙмәткәрҙең стажына һәм белем кимәленә талаптар, тәҡдим ителгән вакансияларға Рәсәй граждандарын ҡабул итеү буйынса мәшғүллек үҙәге менән үҙ-ара эш итеү, һалым бурысының булыу-булмауы иҫәпкә алына.
Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проекты (национальный проект "Повышение производительности труда и поддержка занятости") бурыстарына һәм маҡсаттарына тап килә.
Фото: ufaved.info
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан