

Үрге Яуыш халҡы медицина учреждениеһы асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. “Уны төҙөүе ҡыйын түгел, хатта һалҡын көндәрҙә лә пункт бинаһын тиҙ генә күтәреп була. Фельдшер-акушерлыҡ пункты тулыһынса санитар нормаларға яуап бирәсәк, унда эшләү өсөн бөтә шарттар булдырыла: бина йылы, уңайлы, һыуы ағып торасаҡ. Аҙ хәрәкәтләнгән пациенттар өсөн пандус булдырыласаҡ,” –ти Үрге Яуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Владик Дашкин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.