Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
28 Декабрь 2021, 03:20

Башҡортостан юлдаш телеканалы Белоруссияның төп медиахолдингы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Белоруссия медиабаҙарына сыға. Минскиҙа Башҡортостан юлдаш телеканалы менән Беларусь Республикаһының Милли дәүләт телерадиокомпанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Башҡортостан делегацияһының Минскиға сәфәре барышында ошо документҡа ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан юлдаш телеканалы Белоруссияның төп медиахолдингы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөБашҡортостан юлдаш телеканалы Белоруссияның төп медиахолдингы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө
Башҡортостан юлдаш телеканалы Белоруссияның төп медиахолдингы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Килешеү видео- һәм аудиоконтент: мәғлүмәт репортаждары, документаль проекттар менән алмашыуҙы күҙ уңында тота. Белоруссия телерадиокомпанияһы — ете телеканалды, биш радиостанцияны һәм биш өлкә телерадиокомпанияһын берләштергән дәүләт медиахолдингы. Белоруссия холдингының киң мәғлүмәт саралары туғыҙ телдә һөйләй. Башҡортостандың төп телеканалы өсөн был сит ил телевидениелары менән тәүге килешеү түгел. Бынан алдараҡ халыҡ-ара консорциумдар сиктәрендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Франция, Япония һәм Көньяҡ Корея телекомпаниялары менән партнерлыҡ бәйләнештәрен булдырғайны. 

Башинформ.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас