

Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов, төрлө төбәк һәм Беларусь, Ҡаҙағстан, Израиль кеүек илдәрҙең һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләгән власть органдары вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларға Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко видеобәйләнеш аша мөрәжәғәт итте һәм коронавирус пандемияһы тотош донъя өсөн етди саҡырыу булды, һаулыҡ һаҡлау тармағына бик ауыр шарттарҙа эшләргә тура килде, тип билдәләне.
“Башҡортостан пандемия башланып торғанда уҡ яңы инфекция инфраструктураһы булдырыу йәһәтенән барыһына ла яҡшы өлгө күрһәтте, республикала рекордлы ҡыҫҡа осорҙа ике ковид-үҙәк төҙөлдө. Белгестәр пациенттар өсөн йөҙҙәрсә урын булдырылған, һәр яҡтан медицина ҡорамалдар менән тәьмин ителгән госпиталдәрҙе тиҙ генә төҙөү өсөн яңы технологиялар тапты һәм уны ғәмәлдә ҡулланды”, - тине Михаил Мурашко.
Фото: Олег Яровиков.