

Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы граждандар хоҡуҡтарын яҡлау фонды” хоҡуҡи компанияһы ярҙамында 2020 йылдан һәм ағымдағы 2021 йылда 1372 (барлығы 1821) граждандың хоҡуғы 2,4 миллиард һум күләмендә компенсация түләүҙәрен биреү юлы менән тергеҙелде, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
"Граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү Берҙәм проблемалы объекттар реестрына ингән йорттар буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу төбәк план-графигына ярашлы алып барыла", - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Бөгөн “Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы граждандар хоҡуҡтарын яҡлау фонды” хоҡуҡи компанияһы булышлығында Башҡортостанда 43 проблемалы йортто төҙөп бөтөү ҡаралған. Һөҙөмтәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) бурыстары тормошҡа ашырыласаҡ.
Фото: Saratov.bezformata.com
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан