Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Декабрь 2021, 03:10

Наумовкала инклюзив майҙансыҡ асылды

Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел райондың Наумовка ауылындағы реабилитация үҙәгендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн инклюзив майҙансыҡ асылды.

Наумовкала инклюзив майҙансыҡ асылдыНаумовкала инклюзив майҙансыҡ асылды
Наумовкала инклюзив майҙансыҡ асылды

Реабилитация үҙәгендә электр һәм йылылыҡ менән дауалау саралары, массаж, АФК һәм тренажер залдарында күнекмәләр, сенсорлы бүлмәлә релаксация сеанстары, һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри әҙерлек буйынса дерәстәр үткәрелә, ә инклюзив майҙансыҡта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар бәүелсәктә бәүелә, тауҙан шыуа ала. Майҙансыҡты йыһазландырырға булышлыҡ иткән проект “Балалыҡ энергияһы” тип атала.

“Проект балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Майҙансыҡ балаларға һәм үҫмерҙәргә күңел асырға, уйын ярҙамында физик яҡтан  үҫергә булышлыҡ итә. Моторика менән физик үҫештән тыш, майҙансыҡтың йәнә бер функцияһы бар: балалар уйын аша бер-береһе менән аралаша, социаль яҡтан әүҙемләшә”, – тине ошо эште ойошторған “БашЭлектроСбыт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Анатольевич Травкин.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: str.bashkortostan.ru/presscenter/news/414615/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/191641

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:
Читайте нас