Мораҙым
+28 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Декабрь 2021, 03:20

Еҙем буйында, Киндерленән йыраҡ түгел...

Глэмпинг Ғафури районындағы Ташаҫты ауылы эргәһенән аҡҡан Еҙем йылғаһы буйында, Киндерле мәмерйәһенән биш километр алыҫлыҡта, “Торатау” геопаркы сиктәрендә буласаҡ. Киндерле мәмерйәһе Көньяҡ Уралда оҙонлоғо буйынса икенсе урында.

Еҙем буйында, Киндерленән йыраҡ түгел...Еҙем буйында, Киндерленән йыраҡ түгел...
Еҙем буйында, Киндерленән йыраҡ түгел...

Проект өсөн Рәсәйҙең Туризм буйынса федераль агентлығынан өс миллион һумлыҡ грант алынған. Ошондай уҡ гранттарға Башҡортостандан 17 туристик проекты 43 миллион һумлыҡ грант бирелгән. Инвестор 30 миллион һум һаласаҡ.

"Һал ағыҙыуҙы, туристарҙың уңайлы модулле йорттарҙа ҡуныуын планлаштырабыҙ. Сифатлы туҡланыу, спа-зоналар ҡаралған. Тағы һыбай, йәйәү йөрөү өсөн башҡа маршруттар барлыҡҡа киләсәк", - тип белдерҙе грант алған Илдар Кәримов.

Әйткәндәй, быйыл глэмпингтар туризм үҫеше дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Концепцияға ярашлы, 2024 йылға республикала бер мең урынлыҡ 50 глэмпинг төҙөләсәк. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект "Туризм и индустрия гостеприимства") милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: “Башинформ”.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас