

– Экспорт йүнәлешендәге яңы предприятиеларҙы эҙләү һәм уларҙы тышҡы баҙарға сығарыу Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең тәү сираттағы бурыстарының береһен тәшкил итә, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
7-8 декабрҙә сарала ҡатнашҡан компаниялар “Һөйләшеү алыштары” тигән һигеҙенсе модуль буйынса уҡыны һәм сертификат, ҡиммәтле бүләктәр алды. Уҡыуҙа 15 компания: “Өфөнефтегазмаш”, “ЭКОХИМ”, “Нефтегазинжиниринг”, “Профтрейд”, “ХРС-Экспорт”, “ОЗНА-Нефтегазмаш”, “Геотехсервис”, “Крезол-Нефтесервис”, “Тимурнефтегаз”, “Модульнефтегазинжиниринг”, “ИНТЭКО”, “Новтек яңы технологиялар”, “ВНИИГИС”, “Өфө-Хим”, “ГИТАС” йәмғиәттәре ҡатнашты. Программа нигеҙендә “ЭКОХИМ” һәм “ХРС-Экспорт” йәмғиәттәре 77 мең долларлыҡ экспорт килешеүе төҙөнө.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда “Экспорт форсажы” акселерация программаһы буйынса уҡыуҙы Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге бушлай ойоштора. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (Международная кооперация и экспорт”) милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/416153/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/191692