

Проект сиктәрендә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында сәнәғәт һыуҙарын таҙартыуҙың сифатын яҡшыртыу маҡсатында таҙартыу ҡоролмаларының икенсе сираты комплексын төҙөү тамамлана.
2016 йылдан этаплап тормошҡа ашырыла башлаған проект һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау өлкәһендә иң мөһимдәрҙән һанала. Стабилизатор-тондороу быуаһы төҙөлөшөнөң икенсе этабын ғәмәлгә индереү ағып төшөп йыйылған сәнәғәт һыуҙарын таҙартып, предприятиеның технологик ихтыяжы өсөн ҡабаттан ҡулланырға мөмкинселек биргән. Ағымдағы йылдың май айынан, ҡабаттан ҡулланыу системаһына күсеү арҡаһында, комбинат Ҙур Учалы күленән һыу алыуҙы тулыһынса туҡтатҡан.
Таҙартыу ҡоролмаларының икенсе сираты комплексы тулы көскә 2022 йылдың икенсе кварталында эшләй башлаясаҡ, шунан һуң әле эшләп торған сәнәғәт һыуҙарын таҙартыусы нейтралләштереү станцияһын реконструкциялауға тотонасаҡтар.
Һөҙөмтәлә, Учалы сәнәғәт майҙанындағы ҡоролмалар тәүлегенә 25 мең кубометр һыуҙы таҙартыу ҡеүәтенә эйә буласаҡ.
Фото: УТБК сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан