Мораҙым
+17 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Октября 2021, 16:09

Лаҡлы ауылында өр-яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Белем үҙәген асыу тантанаһында Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республика төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков, Салауат районы башлығы Марс Кашапов һ. б. ҡатнашты.

Лаҡлы ауылында өр-яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылдыЛаҡлы ауылында өр-яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды
Лаҡлы ауылында өр-яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Заманса проектҡа ярашлы һалынған ике ҡатлы мәктәп 80 уҡыусыға иҫәпләнгән, бинаның беренсе ҡатында 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашҡан. Эстә яңыса йыһазландырылған класс бүлмәләре, актовый зал, уҡыу залы менән китапхана, медицина кабинеты, спорт залы, туҡланыу блогы һ. б. Ихатала ла мәктәп уҡыусыларына спорт менән шөғөлләнеү, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә саф һауала уйнар өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған.

Лаҡлы ауылында яңы белем биреү үҙәге "Демография" милли проектына ярашлы төҙөлдө.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас