Мораҙым
+4 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
9 Октября 2021, 03:00

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ингән предприятиелар һаны артты

Уларға нефть һәм газ етештереү өлкәһендә эшләгән предприятиелар өсөн ҡоролмалар етештергән “Уралтехсистемы” ойошмаһы ҡушылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ингән предприятиелар һаны артты“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ингән предприятиелар һаны артты
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ингән предприятиелар һаны артты

Был хаҡта БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

– Милли проектта ҡатнашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн эш шарттарын яҡшыртырға, һөҙөмтәлә етештереүҙе арттырырға булышлыҡ итә. Ҡатнашыусылар тәжрибәһенә анализ яһап, шуны әйтергә була: милли проект сиктәрендә һаҡсыл инструменттарҙы ҡулланып, өҫтәмә сығымдарһыҙ эш һөҙөмтәһен күтәрергә һәм етештерелгән тауарҙың үҙхаҡын кәметергә мөмкин, – ти БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты хаҡында күберәк өйрәнеп, ғариза бирер өсөн производительность.рф порталына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Яңылыҡ сығанағы:  «Башҡортостан ҡыҙы»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас