

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашыусыларҙың иғтибарын “Йәшел патруль” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы әҙерләгән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыуҙың сифаты буйынса милли экологик рейтинг һөҙөмтәләренә йүнәлтте, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Башҡортостан 85 төбәк араһында 46-сы урынды биләй. Һис шикһеҙ, был беҙ көткән һөҙөмтә түгел. Рейтинг – дәртләндереү һәм ҡайһы позицияла эште көсәйтергә икәнлеген күрһәткән факторҙарҙың береһе генә. Һөҙөмтә мөһим. Сүп-сар реформаһы һөҙөмтәлегенең төп күрһәткестәре элеккесә ҡала – сүп-сар йыйыуҙы һәм эшкәртеүҙе ябайлаштырыу, кәрәкле инфраструктура булдырыу һәм халыҡтың күрһәтелгән хеҙмәттәр менән ҡәнәғәт ҡалыуы, – тип билдәләне Премьер-министр.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»