

«Быйыл юлсылар Рәсәйҙең иҫтәлекле урындарына алып барған 388 төбәк трассаһын һәм урам-юл селтәре участкаларын норматив торошҡа килтерергә планлаштыра. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 2 мең километр тирәһе. Сафҡа инде 130 объект индерелгән – был 688 километр хәүефһеҙ һәм сифатлы юл», - тип билдәләй Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков.
Был миҙгелдә Башҡортостан Республикаһы юлсылары мәҙәни һәм тарихи объекттарға, шулай уҡ иҫтәлекле урындарға алып барыусы 13 юлдың участкаларында асфальт-бетон япманы яңыртҡан. Ремонттың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 13 километр. Бөтә эштәр ҙә «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарылған.
Яңылыҡ сығанағы: https://transport.bashkortostan.ru/
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.