

Объекттың дәүләт заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы. Генераль подрядсы – “1-се төҙөлөш идаралығы” яуаплылығы силәнгән йәмғиәте.
Бинаның дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Проект тарафынан уҡыусыларҙың белем алыу процесын, ялын ойоштороу өсөн барыһы ла ҡаралған. Класс бүлмәләренән, кабинеттарҙан тыш, мәктәптә ике ҙур спорт һәм тамаша залы, туҡланыу блогы буласаҡ. Яҡын арала биләмәлә спорт, балалар майҙансыҡтары, мини-футбол өсөн уры барлыҡҡа киләсәк.
Белем биреү ойошмаһында пандустар, лифттар ҡуйыу ҡаралған. Һөҙөмтәлә халыҡтың аҙ мобилле төркөмө лә бында килә аласаҡ.
Әлегә төҙөүселәр һыу үткәргестәрҙе, канализация селтәрҙәрен эшләй. Төҙөлөш-монтаж графикка ярашлы бара. Эш 2022 йылдың сентябрендә тамамланыр тип көтөлә.
Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан