

Заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу китапхананы райондың мәғлүмәти, мәҙәни һәм белем биреү үҙәге итергә ярҙам итер, тип белдерә Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Китапхананы яңыртыу өсөн федераль, республика һәм муниципаль ҡаҙнанан 25 миллион һум аҡса бүленгән. Милли проект сиктәрендә китап фонды 14 мең дана әҙәбиәт менән тулыландырылған.
Яңыртылған китапхана төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн яратҡан ял һәм аралашыу урынына әйләнер, тигән өмөттә китапханасылар.
Фото – Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»