

Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге директоры Анжелика Нурмөхәмәтова ҡаланың егет-ҡыҙҙары һәм белем биреү учреждениелары психологтары өсөн “Нисек уңышҡа ирешергә” тип аталған оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, тип хәбәр итә Межгорье ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сара “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә үтә.
Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында оператив ирекмән штабтары эшен дауам итә. 2020 йылдың апреленән алып республикала һигеҙ меңдән ашыу кеше волонтерҙар рәтенә баҫып, 500 мең кешегә ярҙам күрһәткән.
Фото – Межгорье ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»