Мораҙым
+25 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
1 Октября 2021, 03:00

Путин яңы шоу ойошторорға ҡушты

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин яңы “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” тигән телевизион шоу ойошторорға ҡушты. Документҡа ярашлы, ул 2022 йылда эфирға сығырға тейеш. Был хаҡта Кремль сайтында хәбәр ителә.

Путин яңы шоу ойошторорға ҡуштыПутин яңы шоу ойошторорға ҡушты
Путин яңы шоу ойошторорға ҡушты

Бөтә Рәсәй конкурсы киң яҡтыртылырға, уны эфирға сығарғанда сағыу креатив алымдар ҡулланылырға һәм дөйөм Рәсәйҙәге һәр кем мотлаҡ ҡарай алырлыҡ канал булырға тейеш. Йыл һайын федераль бюджеттан финанслауҙың булыуы зарур.

Бынан тыш, Владимир Путин педагогтарҙың һәм дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәренең һөнәри оҫталығы буйынса конкурстарҙы үткәреү, педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары буйынса иң яҡшы уҡытыусыларға премиялар биреү алымдарын үҙгәртергә ҡушты. Шул уҡ ваҡытта премиялар алыусылар һанын арттырырға, йәмәғәтселекте һәм профессиональ берҙәмлекте тәьмин иткән конкурстар үткәрергә, премияларҙы биреүгә йәлеп итергә, тағы мәғлүмәт йәһәтенән киң яҡтыртырға кәрәк тип билдәләнә документта.

Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Фән”, “Мәғариф” милли проекттары бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: Олег Яровиков (“Башинформ”).

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас