Мораҙым
+25 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
30 Сентября 2021, 03:00

Беҙҙә лә ҡыҙыҡһындырыр, һоҡландырыр ерҙәр күп

Һуңғы йылдарҙа халыҡ тыуған илебеҙ буйынса сәйәхәт итеүҙе өҫтөн күрә. Беҙҙә лә ҡыҙыҡһындырыр, һоҡландырыр ерҙәр күп.  Уникаль архитектура ҡомартҡыларына, тәбиғәт ҡурсаулыҡтарына, иҫтәлекле урындарға илткән юлдарҙа  йүнәтеү эштәре алып барыла.

Беҙҙә лә ҡыҙыҡһындырыр, һоҡландырыр ерҙәр күпБеҙҙә лә ҡыҙыҡһындырыр, һоҡландырыр ерҙәр күп
Беҙҙә лә ҡыҙыҡһындырыр, һоҡландырыр ерҙәр күп

“Быйыл юл хеҙмәте Рәсәй кимәлендәге иҫтәлекле урындарға илткән 388 төбәк трассаһы һәм юл селтәрен нормаға килтерергә йыйына. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо ике мең саҡрым тәшкил итә. 130 объект эксплуатацияға тапшырылған да инде. Был – 688 километр хәүефһеҙ һәм сифатлы юл”, – тип белдерә Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков.

Был миҙгелдә Башҡортостан юл төҙөүселәре мәҙәни һәм тарихи объекттарға, иҫтәлекле урындарға илткән 13 юл участкаһында асфальт-бетон япмаһын яңыртты. Ремонттың дөйөм оҙонлоғо 13 саҡрым тәшкил итте, тип хәбәр итә БР Транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ремонт эштәре “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Фото – https://bkdrf.ru/.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас