Мораҙым
-2 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Сентября 2021, 06:00

Бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы индексацияланасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, күп кенә бюджет ойошмалары  хеҙмәткәрҙәренең эш  хаҡы  2022 йылдың 1 ғинуарынан (медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ғалимдар) индексацияланасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бюджет ойошмалары  хеҙмәткәрҙәренең эш  хаҡы индексацияланасаҡБюджет ойошмалары  хеҙмәткәрҙәренең эш  хаҡы индексацияланасаҡ
Бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы индексацияланасаҡ

Ә бына ҡайһы бер бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре 1 октябрҙән үк арттырылған эш хаҡы аласаҡ. Уның күләме ҡайҙа йәшәүеңә, ниндәй һөнәргә эйә булыуыңа бәйләнгән. Яңылыҡ  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыу үҙәктәре, социаль өлкә, гидрометеорология  хеҙмәттәре, ”Роспотребнадзор”ҙың  Гигиена үҙәктәре, ”Росстандарт”тың стандартлаштырыу , метрология һәм һынау үҙәктәре һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә ҡағыласаҡ. Уртаса эш хаҡы дүрт процентҡа арттырыла. Әммә күрһәткестең һөнәргә һәм төбәктәге хәлгә бәйле айырылыуы ихтимал. Төбәктәр үҙ аллы өҫтәмә күләмен билдәләй ала, тик ул федераль кимәлдәге күрһәткестән кәм була алмай.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәрәк. Уларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү – иң мөһимдәре. Демография” милли проектына ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыласаҡ.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

Фото: “Башинформ”.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:
Читайте нас