

Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем Демографик сәйәсәт концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса ҡабул ителгән яңы планды раҫланы. Уның буйынса 2024 йылға бер генә ғариза нигеҙендә йәиһә ғариза яҙмайынса ла ғаиләләрҙең 60 проценты социаль ярҙам сараларын аласаҡ. Балалар тыуғанда дәүләттән ярҙам алыусылар һаны был ваҡытҡа 2,26 миллионға етәсәк.
Документта шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен дәртләндереү, физкультура һәм спортҡа ылыҡтырыуға йүнәлтелгән саралар ҙа бар.