Мораҙым
+19 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
24 Сентября 2021, 03:00

Өфө районында “Аксаков көҙө” тип аталған район фольклор байрамы үтә

Ул 25 сентябрҙә үтәсәк. Сара яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тормошона, эшмәкәрлегенә арнала һәм Халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә ойошторола, тип хәбәр итә  Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм йәмәғәт менән бәйләнеш идаралығы.

Өфө районында “Аксаков көҙө” тип аталған район фольклор байрамы үтәӨфө районында “Аксаков көҙө” тип аталған район фольклор байрамы үтә
Өфө районында “Аксаков көҙө” тип аталған район фольклор байрамы үтә

Быйыл байрам Зубов ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ паркында үтә. Ҡунаҡтарҙы ҙур программа көтә. Бында тематик ихаталар, Өфө районы Социаль башланғыстарға ярҙам фонды ойошторған уйындар, “Ал сәскәне эҙләп” ҙур квесы, ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе, концерт программаһы ойоштороу ҡаралған.

Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтә.

Фото – Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм йәмәғәт менән бәйләнеш идаралығы.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас