Мораҙым
+12 °С
Дождь
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Сентября 2021, 03:00

Туризмды үҫтереү мөһим

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә төбәктә 2035 йылға тиклем туризмды үҫтереү стратегияһын булдырыу һөҙөмтәләре хаҡында һөйләштеләр.

Туризмды үҫтереү мөһимТуризмды үҫтереү мөһим
Туризмды үҫтереү мөһим

Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова документтың 2035 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында туризмды үҫтереү стратегияһына ярашлы эшләнгәнен белдерҙе. Ул эске һәм халыҡ-ара баҙарға сығыу өсөн сифатлы һәм конкурент булырҙай турист продукты булдырыуға, республика халҡы өсөн мөмкинлектәр арттырыуға, шулай уҡ бизнесты үҫтереү шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

Шулай уҡ стратегия Башҡортостанға 2022 йылда тулыһынса эшләй башлаясаҡ “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектында ҡатнашырға өҫтәмә мөмкинлек бирәсәк.

Төп күрһәткестәр иҫәбендә: туризм менән шөғөлләнеүселәр һанын – йылына биш мең кешегә, туризм индустрияһынан килем алыуҙы йылына 25 миллиард һумға еткереү, был өлкәлә мәшғүлдәрҙең һанын – ике тапҡырға һәм инвестициялар күләмен 2,5 тапҡырға арттырыу.

Эльмира Туҡанова әйтеүенсә, республикала этнотуризм, экотуризм, круиз ялы, һыу буйында ял, автотуризм, медицина, балалар һәм социаль туризмды үҫтереү ҡаралған.

Туризмды үҫтереү өсөн төрлө саралар планлаштырылған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республиканың туризм буйынса дәүләт комитетына, бергә эшләүҙең мөһим йүнәлештәрен һәм өлкәгә ярҙам саралары билдәләү өсөн, стратегия хаҡында төбәктең туроператорҙары, туризм өлкәһендәге эшҡыуарҙар менән һөйләшергә ҡушты.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас