Мораҙым
+12 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Сентября 2021, 03:00

40 процентҡа артҡан

Башҡортостанда “кардиология” йүнәлеше буйынса медицина учреждениелары һаны 40 процентҡа артҡан. 2021 йылда был профиль буйынса 24 медицина ойошмаһы лицензия алған.

40 процентҡа артҡан40 процентҡа артҡан
40 процентҡа артҡан

Кардиологик ауырыуҙарға беренсел медицина-санитар ярҙамы фельдшер-акушер пункттарында, табип амбулаторияларында, участка, үҙәк район һәм ҡала дауаханаларында, тиҙ медицина ярҙамы бригадалары тарафынан күрһәтелә. Бынан тыш, амбулатор хеҙмәттә барыһы 110 кардиология кабинеты, II кимәлдәге 31,  III кимәлдәге 9 учреждение эшләй, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  матбуғат хеҙмәте.

Амбулатор кардиологиянан тыш, стационар кардиология бар. Лицензияларҙың берҙәм реестрында стационар кардиология хеҙмәттәре күрһәткән  43 медицина ойошмаһы теркәлгән.

Медицина лицензиялары тапшырыу “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.

Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы  сайтынан.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас