

Йәмәғәт урынын асыу тантанаһында ҡала мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары байрам концерты, балалар өсөн уйындар әҙерләгән.
“Скверҙа төрлө йәнлек һындары күп, балалар бигерәк улар янында фотоға төшөргә ярата. Бәлки, скверға шуның өсөн дә “Әкиәт” исеме бирелгәндер? Әллә ҡала халҡы буш ятҡан урындың иҫ киткес күркәмләнеүен шулай баһаланымы? Ысынлап та мөғжизә бит”, – ти 25-се биҫтәлә йәшәгән Ольга Степановна.
Бында балалар өсөн хәүефһеҙ уйын ҡаласығы төҙөлгән. Спорт тренажерҙары, турниктар, скалодром һәм башҡа ҡорамалдар ҡуйылған. Сквер яҡтыртылған, ағастар һәм ҡыуаҡтар, газон ултыртылған.
Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.