

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр милли проекттар сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла, халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү яҡшыра. Төбәктең барлыҡ поликлиникаларында ла бушлай тикшерелеү өсөн мөмкинлектәр бар. “Һау республика, һау төбәк” акцияһы сиктәрендә апрелдән октябргә тиклем табиптар ауылдар буйлап йөрөгән һәм 100 мең кешенең һаулығын тикшерелгән. Был акция артабан да дауам итәсәк.