

Балалар өс, ике, бер километрлыҡ дистанцияны үтте. Урындар һөҙөмтәгә ҡарап билдәләнде. Стартҡа 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды, утыҙҙан күберәк кеше төрлө коллективтарҙан килде. Арала иң олоһона 63 йәш ине. Ул - тап ошо кроста ҡатнашыу өсөн Ҡалтасы районынан килгән Аркадий Мадиев. Спортһөйәр дистанцияны еңел үтте. Ул оло йәштәгеләр араһында саңғы марафоны еңеүсеһе лә икән.
Теләге булған ҡатнашыусылар ГТО нормативтарын да тапшыра алды. Спорт сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Демография” милли проектына ярашлы уҙҙы.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»