Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
19 Сентябрь 2021, 08:00

Мораҡта моделле яңы китапхана асылды

Был ҡыуаныслы хәл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың халыҡтың тормош-көнкүрешен яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың береһенә – "Мәҙәниәт"кә ярашлы мөмкин булған. "Яңы быуын китапханаһы" тигән төшөнсәгә яуап бирерлек объектҡа заманса ҡорамалдар, йыһаз алынған, китап фонды яңыртылған, йүнәтеү эштәре башҡарылған.

Мораҡта моделле яңы китапхана асылды
Мораҡта моделле яңы китапхана асылды

Китапхананы тантаналы асыу сараһына Мораҡ халҡы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты З. Байғусҡаров, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ә. Байсурин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Р. Алтынбаев килгән.

Моделле китапхана – ауыл халҡын хеҙмәтләндереүҙе юғарыраҡ кимәлгә күтәргән заманса китапхана ҡалыбы. Был статусҡа эйә мәҙәни-белем биреү усағының абруйы, әһәмиәте арта. Яңы статус алтаҡталағы яҙыуҙы ғына түгел, ә китапхананың эш стилен, имиджын да тулыһынса үҙгәртеүҙе аңлата.

Милли проектты тормошҡа ашырыу китапхана фондын 14 мең китапҡа байытырға мөмкинлек биргән. Ә өр-яңы мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу китапхананы Күгәрсен районының мәҙәниәт, мәғрифәт һәм мәғлүмәт үҙәгенә әйләндерергә булышлыҡ итә.

Эсе ҡыҙыҡлы китап коллекциялары, яңы ҡорамалдар менән байытылған заманса китапханала яңы форматҡа ҡоролған төрлө матур саралар үткәрергә мөмкин буласаҡ.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: