Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Сентябрь 2021, 08:00

Ҡурсаҡ театры яңыра

2024 йылға тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһына реконструкция эшләү ҡаралған.

Ҡурсаҡ театры яңыра
Ҡурсаҡ театры яңыра

Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҙур объекттар төҙөлә, улар араһында мәҙәниәт, спорт, белем биреү учреждениелары ла бар.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһын реконструкциялауға 778,5 миллион һум аҡса бүленә. Уның 250 миллион һумы – федераль бюджеттан, 528,5 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан алына. Федераль финанслау “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Төҙөлөш эштәре 2022 – 2024 йылдарҙа башҡарыла. Тәүҙә дүрт ҡатлы төкәтмә төҙөү, шунан әлеге бинаны яңыртыу ҡаралған. Һөҙөмтәлә театрҙың дөйөм майҙаны 6,5 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

 

Автор:
Читайте нас: