Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Сентябрь 2021, 08:00

Социаль эшҡыуарҙар өсөн конкурс иғлан ителде

Ғаризалар 13 сентябрҙән 12 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Социаль эшҡыуарҙар өсөн конкурс иғлан ителде
Социаль эшҡыуарҙар өсөн конкурс иғлан ителде

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты социаль эшҡыуарҙар реестрына индерелгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидия рәүешендә грант биреү конкурсын иғлан итте.

Гранттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты составына ингән “Бизнесты еңел башлау һәм уңайлы үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу” федераль проекты маҡсаттарына, күрһәткестәренә һәм һөҙөмтәләренә өлгәшеүҙе тәьмин иткән ошондай уҡ төбәк проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә тапшырыла. Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты (450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 342-се бүлмә) тарафынан ғаризалар 13 сентябрҙән 12 октябргә тиклем эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә.

Телефоны: +7(347)218-08-26.

Электрон почта адресы: [email protected].

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/392583/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:
Читайте нас: