Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
15 Сентябрь 2021, 09:00

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 12-се яңы балалар баҡсаһы асылды

Уҙған шәмбе Стәрлетамаҡ ҡалаһына 255 йыл тулды. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам саралары сиктәрендә 12-се яңы балалар баҡсаһы асылды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына һәм Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы төҙөлгән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 12-се яңы балалар баҡсаһы асылды
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 12-се яңы балалар баҡсаһы асылды

Мәктәпкәсә учреждение 260 урынға иҫәпләнгән һәм ҡалалағы иң ҙур баҡсаларҙың береһен тәшкил итә. Ул үҙ-ара ике ҡатлы үткәүел менән тоташтырылған ике корпустан тора. Һәр төркөмдөң үҙ бүлмәһе, уйын майҙансығы, дөйөм файҙаланыу урындары бар. Бинала шулай уҡ спорт залы, медицина пункты, кер йыуыу һәм үтекләү, өҫтәмә белем биреү бүлмәләре булдырылған. Ихатала физкультура һәм балалар майҙансыҡтары, ҡорамалдар, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында баҡсаның эсендә лә, тышында ла 16 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған.

– Быйыл “Демография” милли проекты нигеҙендә йәнә ике балалар баҡсаһын асабыҙ. Стәрлетамаҡтың көнбайыш биҫтәһе әле әүҙем үҫә. Яңы йорттарға кескәй балалары булған йәш ғаиләләр күпләп күсә, – тине ҡала хакимиәте башлығы Владимир куликов яңы баҡсаны асыу тантанаһында.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srgazeta.ru/news/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:
Читайте нас: